КҮСӘШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Яңы Килбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 40 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Иҫәнбай й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 929 кеше; 1920 — 947; 1939 — 774; 1959 — 657; 1989 — 356; 2002 — 334; 2010 — 252 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Эске-Йылан һәм Урман- Гәрә улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. 1865 й. 136 йортта 739 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1902 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке