КҮСӘРБАЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Рязановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 336 кеше; 1920 — 510; 1939 — 292; 1959 — 379; 1989 — 268; 2002 — 278; 2010 — 332 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1780 й. алып Аҡһыукүҙ исеме м‑н билдәле. Хәҙ. атамаһы кантон башлығы Күсәрбай Аҡсулпанов (ҡара: Аҡсулпановтар) исеме м‑н бәйле. Шулай уҡ Аҡсулпан, Аҡкүҙ исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 21 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 25 йортта — 333 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 1939 й. Яңы Күсәрбай а. һәм Иҫке Күсәрбай утары булараҡ иҫәпкә алынған.

Д.Ғ.Күскилдин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке