КҮСӘН, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ключи а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 129 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 248 кеше; 1920 — 294; 1939 — 290; 1959 — 283; 1989 — 201; 2002 — 175; 2010 — 127 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1718 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Унлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хеҙмәтле татарҙар һәм мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Көсөгән булараҡ теркәлгән. 1865 й. 15 йортта 91 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке