КҮҪӘЛӘР, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 67 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 527; 1939 — 401; 1959 — 367; 1989 — 202; 2002 — 241; 2010 — 171 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Арҡауыл урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Шулай уҡ Рәхимғол (улус старшинаһы Рәхимғол Томансин исеменән) булараҡ теркәлгән. 1795 й. К. исеме м‑н 2 ауыл иҫәпкә алынған: беренсеһендә 28 йортта 145 кеше йәшәгән, икенсеһендә 6 йортта — 39 кеше; 1865 й. 80 йортта — 399 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. 70‑се йй. К. 19 б. аҙ. нигеҙләнгән Митюшинский ҡасабаһы (А.С.Головиндың тыуған ере) ҡушыла. Ауыл эргәһендә Күҫәләр көкөртлө һыу сығанағы бар. Р.В.Әбүбәкеров ошо ауылда тыуған.

З.С.Шәйхетдинов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке