КҮҪӘЛӘР КӨКӨРТЛӨ ҺЫУ СЫҒАНАҒЫ, Ҡутҡантау төркөмөндәге урғылыусы минераль һыу сығанағы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны 2‑се Иҙелбай һәм Күҫәләр аа. араһында Йүрүҙән й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Күҫәләр а. көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта минераль һыу сығанаҡтарының 1‑се (төп) төркөмө ята, йылғанан 25 м алыҫлыҡта тәбиғи һыу өҫкә сыға; унан көнбайышҡа табан 650 м алыҫлыҡта — Әсе сығанағы (упҡындың диам. — 4,5 м, тәрәнлеге — 1,0 м); Күҫәләр а. эргәһендә, йылғаның туғай өҫтө киртләсендә, 2‑се (скважиналы) төркөм һыу сығанаҡтары урынлашҡан. Әртә ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Дебиты (л/с): 1‑се төркөмдә 0,5—2,0, бөтәһе бергә 60‑ҡа тиклем; Әсе сығанағында 10—12; 2‑се төркөмдә 0,7—8,0; бөтәһе бергә 20—23. Һыуҙа (мг/л) натрий (130), кальций (124), магний (44) катиондары, сульфат (243), гидрокарбонат (229), хлорид (227) иондары бар. 1‑се төркөм һәм Әсе сығанағы һыуҙары аҙ минераллы (0,6—0,9 г/л), гидрокарбонат‑сульфат‑хлоридлы, гидрокарбонат‑хлоридлы магний‑натрий‑кальцийлы һәм магний‑кальцийлы; микроэлемент миҡдары (мг/л): бром (0,42—0,99), бор (0,05—0,40), фтор (0,01—1,00), йод (0,004—0,025); газ составы б‑са кислородлы һәм көкөртлө‑водородлы; 1‑се төркөм һыуының т‑раһы 8,5—18,0°С, Әсе сығанағыныҡы — 20—21°С (БР‑ҙа иң йылы сығанаҡ). 2‑се төркөм сығанаҡтарында һыу аҙ минераллы (яҡынса 1 г/л), гидрокарбонатлы натрий‑кальцийлы, радонлы, составында гелий (45—593•10-5 мл/л), радон (0,14—1,10)•105Бк/м3 бар; газ составы б‑са көкөртлө‑водородлы; т‑раһы 9,5—17,8°С. Әсе сығанағы төбөндә минераль ләмдәр (ҡалынлығы 1 м тиклем) ята. К.к.һ.с. тирә‑яғындағы ландшафт ҡатнаш урмандарҙан һәм ҡоро болондарҙан тора.

Р.Ф.Абдрахманов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке