КҮСӘКОВ Сабир Мөхәмәтғәле улы [20.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яңыбай а. (БР‑ҙың Ейәнсура р-ны) — 9.8.1994, ш. уҡ р‑ндың Иҙелбәк а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1940—86 йй. “Ейәнсура” с‑зында эшләй: 1943 й. алып һарыҡ көтөүсеһе, 1951 й. — өлкән һарыҡ көтөүсеһе. Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшкән: 100 һарыҡтан 135 бәрәс алынған, һәр һарыҡтан 5,5 кг йөн ҡырҡылған (1965). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Хеҙм.: Мой опыт в овцеводстве: (записки зоотехника). Уфа, 1967.

Әҙәб.: Орлов В. У Шайтан-горы //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970; Кусаков С.М. //Герои труда. Уфа, 2011.

И.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

П.: С.М.Күсәков

Текст на русском языке