КҮСӘКӘЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Күсәкәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 580 кеше; 1920 — 874; 1939 — 1049; 1959 — 632; 1989 — 499; 2002 — 495; 2010 — 504 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1824 й. Бөрө өйәҙе Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Баҙан (хәҙ. Иҫке Баҙан), Ежов (хәҙ. Иҫке Ежов), Ҡуян, Погорелово һәм Ялғаш аа. удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 50 йортта 307 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү, 2 класлы уҡытыусылар мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке