КҮСӘБАЕВА Хәҙисә Оморҙаҡ ҡыҙы [1902, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мулдаш а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) – 1970 й. һуң, Миәс ҡ.], әкиәтсе. Репертуары бай һәм төрлө. Башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыларын: “Ҡисса-и-Йософ”, “Әл‑ҡисса Буҙйегет”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, билдәле йырау һәм сәсәндәр т‑да, ҡаҙаҡ аҡындары эпостарын, бәйеттәрҙе, ҡобайырҙарҙы, ҡиссаларҙы, мөнәжәттәрҙе, йырҙарҙы; Аҡмулла шиғырҙарын һ.б. яттан белгән. Унан яҙып алынған “Ялп-йолп иткән яңғыҙ ябалаҡ” ҡобайыры һәм “Мамай хан хикәйәте” әҫ. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 3‑сө кит. Өфө, 1982.

М.Х.Иҙелбаев, Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке