АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ, төрки телдәрҙе, монгол телдәрен, тунгус‑манжур телдәрен, ш. уҡ корей һәм япон телдәрен берләштереүсе, телдәрҙең гипотезаға нигеҙләнгән ҙур ғаиләһе. А.т. генетик ҡәрҙәшлеге т‑дағы гипотеза Н.А.Баскаков, З.Гомбоц, М.З.Зәкиев, Ж.Ғ.Кейекбаев, Е.Д.Поливанов, Н.Н.Поппе, Г.И.Рамстедт, М.Рясянен һ.б. хеҙмәттәрендә урын алған.

Был телдәрҙең дөйөм лексик, фонетик һәм морфологик оҡшашлыҡтары (сингармонизм, агглютинация), зат категорияларының, предлогтарҙың юҡлығы, затһыҙ ҡылым формаларының (сифат ҡылым, хәл ҡылым) ҡулланылышы, билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы, эйәлек категорияһының булыуы, бәйләүестәрҙең ҡулланылыуы алда аталған телдәрҙе берләштереүгә нигеҙ булып һанала. Һөйләмдә һүҙ тәртибе дөйөм ҡағиҙәләргә нигеҙләнә: эйәрсән һүҙ — эйәртеүсе һүҙҙең алдынан; эйә — һөйләм башында, хәбәр һөйләм аҙағында килә һ.б. Тәү тел системаһы тулыһынса асыҡланмау сәбәпле, гипотеза иҫбатланмай ҡала килә.

Әҙәб.: Рясянен М. Материалы по исторической фонетике тюркских языков. М., 1955; Рамстедт Г.И. Введение в алтайское языкознание: морфология. М., 1957; Проблема общности алтайских языков. Л., 1971; Киекбаев Д.Г. Основы исторической грамматики урало‑алтайских языков. Структурный анализ морфологического строя тюркских, монгольских, тунгусо-маньчжурских и угро-финских языков на основе теории определённости в языке. Уфа, 1996.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке