ҠАҘАҠҠОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл, Миндәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 75 км һәм Уралтау т. юл ст. Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 279 кеше; 1920 – 385; 1939 — 464; 1959 – 436; 1989 – 136; 2002 – 157; 2010 – 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 30‑сы йй. Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Мырҙағол Ҡаҙаҡҡолов билдәле. Шулай уҡ Ярбаш булараҡ теркәлгән. 1795 й. 24 йортта 150 кеше йәшәгән, 1866 й. 49 йортта – 275 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. шулай уҡ урыҫ‑башҡ. уч‑щеһы теркәлгән. 1919 й. – Тамъян‑Ҡатай кантонының адм. үҙәге.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: Учалы р-ны Ҡаҙаҡҡол ауылы

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.