КҮСЕМОВА Суфия Ғилман ҡыҙы (5.3.1944, Өфө), театр белгесе, театр эшмәкәре. Сәнғәт ғилеме канд. (1974), проф. (1997). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1984), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1999). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Ғ.В. Ниғмәтйәновтың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1966; Б.И.Ростоцкий курсы) 1968 й. тиклем Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе консультанты. 1971 й. алып ӨДСА‑ла: 1973—82 йй. театр ф‑ты деканы, 1983—87 йй. — режиссура һәм актёр оҫталығы, 1992—2011 йй. сәнғәт тарихы һәм теорияһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. театр сәнғәтенә, ш. иҫ. М.Кәрим драматургияһына, арналған. Сәнғәт академияһында театр ф‑тын ойоштороусыларҙың береһе, сәнғәт тарихы һәм теорияһы каф. нигеҙ һалыусы (1992); “театр ғилеме” һөнәре б‑са уҡытыуҙы индерә (1997). Салауат Юлаев орд. м-н бүләкләнгән (2014).

Хеҙм.: Театр юлы=Путь театра. Өфө, 2004; Театр в пьесах, спектаклях и лицах (драматическая сцена Башкортостана в 70—90‑е годы ХХ века). Уфа, 2002 (авторҙ.).

Т.Н.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на башкирском языке