КҮСЕМОВ Таһир Тайып улы [14.2.1909, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Күсем а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 10.5.1986, Өфө], кавалерист, ген.-майор (1969). Советтар Союзы Геройы (1944). 1941 й. Иран походында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1947) һәм К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. (1951; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1928 й. алып Совет Армияһында. 1938 й. башлап Кавказ аръяғы хәрби округында, 1942—44 йй. Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк һәм Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чер- нигов кавалерия дивизияһының 58‑се гвардия кавалерия полкы ком. гвардия полк. К. 1943 й. 27 сент. Украина ССР‑ының Неданчичи һәм Дымарка аа. көнбайыштараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1947—49 йй. айырым 4‑се гвардия Кубань казак кавалерия див., 1952 й. алып 24‑се гвардия тау уҡсылары див. штабы нач., 1953 й. — 9‑сы уҡсылар див. (Төньяҡ Кавказ хәрби округы) ком., 1954 й. — 71‑се тау уҡсылары див. ком. урынбаҫары, 1956 й. — 58‑се мотоуҡсылар див. ком., 1961 й. — 1‑се армия корпусы (Төркөстан хәрби округы) ком. урынбаҫары. 1963 й. башлап БАССР хәрби комиссары. 1969 й. алып отставкала. РСФСР ЮС‑ының 2—3‑сө саҡырылыш, Төрөкмән ССР‑ы ЮС‑ының 4‑се һәм БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1944, 1954), Ҡыҙыл Байраҡ (1949), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Геройҙың тыуған яғында Күсемов Т.Т. музейы асылған. Баймаҡ, Дүртөйлө, Нефтекама, Сибай, Өфө ҡҡ., Бөрйән р‑нының Иҫке Собханғол һәм Яңы Усман аа. урамға К. исеме бирелгән. Өфөлә К. һәйкәл, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Геройға арнап “Генерал Күсемов” (“Генерал Кусимов”) исемле документаль фильм [“Дан өсөн тыуғандар” (“Рождённые для славы”) трилогияһынан; 2005, “Башҡортостан” ДТРК] төшөрөлгән.

Әҙәб.: Өмөтбаев Р. Генерал Күсимов. Өфө, 1990; Сотников И. От волжских твердынь до седого Днепра //Генералы Башкортостана. Уфа, 1995; Слава башкирских конников. Уфа, 2005.

Ғ.Һ.Булатов, Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке