КҮСЕМОВ Т.Т. МУЗЕЙЫ, Әбйәлил р‑ны Күсем а. урынлашҡан. 1975 й. Хәрби дан музейы булараҡ ойошторола, 1985 й. Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы тип үҙгәртелә, 1993—2006 йй. Милли музей филиалы, 1994 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Музей фондында 600‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Т.Т.Күсемовтың шәхси әйберҙәре (мундирҙары, ҡоралы, хәрби наградалары) бар. 3 залда урынлашҡан экспозицияла Геройҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑дағы, 112‑се Башҡ. кавалерия дивизияһы тарихы б‑са фото‑ һәм документаль материалдар, “Күсем ауылы – Геройҙың тыуған ере” һәм “Днепрҙы аша сыҡҡанда” диорамалары бар.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Илл.: Күсемов Т.Т. музейы. Т.Т.Күсемовтың шәхси яу ҡоралы