КҮСЕМОВ Рәшит Йәмғетдин улы (8.10.1946, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Яңы Ҡатай а.), математик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1992). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1998), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2003), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (2008). Тажик ун‑тын тамамлағандан һуң (Дүшәмбе, 1969) ӨНИ‑лә эшләй. 1988 й. алып Төмән нефть‑газ ун‑тында: нефть‑газ сығарыу процестарының моделен әҙерләү һәм уларға идара итеү каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2002—07 йй. уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор. 2012 й. башлап “ЛУКОЙЛ‑Инжиниринг” ЯСЙ‑нда (Мәскәү) ғилми‑проект комплексының төп эксперты. Фәнни эшмәкәрлеге нефть‑газ тармағындағы технологик процестарҙың моделен әҙерләүгә һәм уларға идара итеүгә арналған. К. тарафынан нефть һәм газ скважиналарын төҙөү, уларҙың фондын һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары, ҡатламды гидравлик юл м‑н айырыу технологияһының, нефть‑газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең һөҙөмтәлелеген моделләүҙе программа‑мәғлүмәт йәһәтенән тәьмин итеү уйлап табыла. Тикшеренеү һөҙөмтәләре БР һәм Көнбайыш Себер пр‑тиеларында индерелгән. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. В.И.Муравленко ис. пр. лауреаты (1997).

Хеҙм.: Применение численных методов к решению задач нефтепромысловой механики. Тюмень, 2004 (авторҙ.); Анализ и моделирование эффективности эксплуатации скважин, осложнённых парафиносолеотложениями. М., 2005 (авторҙ.); Программно-информационное обеспечение расчётов показателей разработки нефтегазовых месторождений с горизонтальными скважинами. Тюмень, 2011 (авторҙ.).

И.М.Ковенский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке