КҮСЕМЛЕЛЕККҮСЕМҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, һөйләмдә тура тултырыусы функцияһын башҡарған, объектҡа йүнәлтелгән хәрәкәтте аңлатҡан ҡылымдарҙың синтаксик үҙенсәлеген (күсемлелек), йәки объектҡа мөнәсәбәте булмаған хәрәкәтте (күсемһеҙлек) сағылдырған грамматик категория. К.‑к.к. грамматик күрһәткестәре булмай, синтаксик төҙөлөш һыҙаттары ҡылымдың лексик мәғәнәһе м‑н билдәләнә. Башҡорт телендә К.‑к.к. билдәләре б‑са ҡылымдар күсемле, мәҫ.: “әкиәт һөйлә‑”, “тәҙрәне ас‑” һ.б.; һәм күсемһеҙгә, мәҫ.: “йүгер‑”, “көл‑” һ.б., бүленә. Ҡылымдарҙа йүнәлеш күрһәткестәренең булыуы уларҙың К.‑к.к. билдәһе б‑са үҙгәреүенә килтерә, мәҫ.: “бүлмәне биҙә‑” – “биҙән‑”, “шатлан‑” – “мине шатландыр‑” һ.б.

Г.Р.Абдуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке