КҮСЕМ РУДНИГЫ, марганец мәғдәндәре сығарған. Әбйәлил р‑нында урынлашҡан. Мәғдәндең тәүге партияһы 1916 й. алына. Рудник 1930 й. алып асыҡ ысул м‑н, 1935 й. — шахта ысулы м‑н эшкәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 350‑гә яҡын кеше эшләгән, айына 4—5‑әр мең т мәғдән сығарылған. 1957 й. К.р. ябыла. Продукцияһы Магнитогорск металлургия комб‑тына ебәрелгән.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке