АЛСЫНБАЕВ Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы (8.3.1949, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙылъяр а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2007). РФ‑тың атҡ. һаулыҡ һаҡлау хеҙм‑ре (1999), БР‑ҙың атҡ. табибы (1995). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) “Глуховская” шифаханаһының бүлек мөдире, 1981 й. алып Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары, 1986 й. — Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы, 1990 й. — Өфөнөң Ленин р‑ны һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, 1991 й. — БР МС‑ының сектор мөдире, 1993 й. — Өфөнөң 21‑се ҡала дауаханаһының баш табибы. 1995 й. башлап “Иммунопрепарат” пр‑тиеһының ген. дир. (бер үк ваҡытта 1999 й. алып лаб. мөдире), 2010 й. — дир. беренсе урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре иммуномодулләүсе препараттарҙың бешеү,эренле шеш һ.б. ауырыуҙар ваҡытында дауалау тәьҫирен өйрәнеүгә арналған. А. ҡатнашлығында яңы үҙенсәлекле иммуноглобулиндар эшләнә, ҡан препараттарын (лейкоцитар интерферон, церулоплазмин һ.б.) етештереү технологияһы камиллаштырыла. 220-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 31 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Иммунные основы патогенеза, иммунодиагностика и иммунотерапия при аллергической патологии легких. Уфа, 1999 (авторҙ.); Основы иммунных и иммунонаправленных методов терапии и профилактики. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.