ҠАҘАҠБАЕВ Филүз Хәсән улы (31.7.1971, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Түб. Бикбирҙе а.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (2000) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын (1990; педагогы М.Ә.Кәримов), Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. (2010; педагогы Е.С.Понькина) тамамлаған. 1990 й. алып (өҙөклөк м‑н) Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2013 й. башлап художество етәксеһе һәм директоры. 2011—13 йй. — Башҡ. филармонияһының постановка бүлеге мөдире. Лирик һәм гротесклы бейеүҙәрҙе башҡарыусы Ҡ. сәнғәтенә музыкаллек, аныҡ һәм нескә техника хас. Бейеүсе актёрлыҡ һәләтенә, тәбиғи оҫталыҡҡа эйә. “Бесәнселәр”, “Гөлнәзирә”, “Кейәү егете”, “Уйна, гармун”, “Өс туған”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Яҙғы ташҡын” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Кремль һарайы сәхнәһендә, П.И.Чайковский ис., “Рәсәй” (бөтәһе лә — Мәскәү), “Октябрьский” (С.‑Петербург) һ.б. концерт залдарында сығыш яһай. Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997), С.‑Петербургта БР мәҙәниәте көндәрендә (2001), Төркиәлә БР көндәрендә (Истанбул ҡ., 2006), “Урыҫ ҡышы” (“Русская зима”) фестивалендә (Лондон, 2006) һ.б. ҡатнаша. Рәсәй буйлап һәм донъяның 20 илендә гастролдәрҙә була.

Әҙәб.: Докучаева А.А. Созвездие талантов. Уфа, 2009.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке