ҠАҘАҠБАЕВ Мөхәмәтйән Абдулла улы [22.12.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Һаҡмар‑Наҙарғол а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) — 6.6.2017, шунда уҡ], йырсы, сәсән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1949—84 йй. Хәйбулла р‑нының “Һаҡмар” к‑зында эшләй. Башҡ. традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Репертуарында 100‑ҙән ашыу оҙон көй: “Шафиҡ”, “Шаһибәрәк”, “Шәүрә” йырҙары, “Кәмәлек”, “Ҡаһарман кантон”, “Һыр” һ.б. йырҙарҙың уникаль варианттары; башҡ. муз. фольклорының бик таралмаған өлгөләре: “Ғәзизә”, “Мәғри”, “Силәбе”; “Муса Мортазин”, “Йәнтилә ҡашҡа” һ.б. марштар; Аҡмулла, Ш.Бабич, Ғ.Туҡай шиғырҙары, көнсығыш шиғриәте классиктары әҫәрҙәре, боронғо мөнәжәттәр, бәйеттәр. “Вашшои” Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнашыусы (Осака ҡ., Япония, 2000). “Йомабай Иҫәнбаев көндәре” Респ. халыҡ сәнғәте байрамы (Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а., 1989), “Башҡорт халыҡ йыры” Респ. радиоконкурсы (Өфө, 1991; Гран‑при) лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Әҙәб.: Ер һәм йыр улы. Өфө, 2014.

Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.