КҮСЕМ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 443; 1939 — 189; 1959 — 336; 1989 — 175; 2002 — 157; 2010 — 116 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1787 й. алып билдәле. 1795 й. 15 йортта 87 кеше йәшәгән, 1865 й. 30 йортта — 154 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында балыҡ тотоу, ҡымыҙ яһау булған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке