КҮСЕМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 44 км һәм Ташбулат т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 398 кеше; 1920 — 516; 1939 — 362; 1959 — 270; 1989 — 430; 2002 — 309; 2010 — 419 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ташбулат урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, Күсемов Т.Т. музейы, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары йорт старшинаһы Динмөхәмәт, Нурмөхәмәт, Хәбибулла, Ғөбәйҙулла Күсемовтар билдәле. 1795 й. 24 йортта 123 кеше йәшәгән, 1866 й. 45 йортта — 350 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Т.Т.Күсемов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке