КҮРСӘЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Бозор а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 760; 1939 — 6306; 1959 — 488; 1989 — 262; 2002 — 278; 2010 — 245 кеше. Керәшендәр йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Бозор урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусында нигеҙ һалына, 1762 й. алып билдәле (39 яһаҡлы татар ир-аты иҫәпкә алынған). 1865 й. 48 йортта 364 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. земство мәктәбе, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке