ҠАҘ ҮЛӘНЕ (Potentilla), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 20‑нән ашыу төрө үҫә: һары Ҡ.ү., Гольдбах Ҡ.ү., көлһыу Ҡ.ү., тура һ.б. Күп, һирәк осраҡта ике йәки бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтарының оҙонлоғо 5—80 см тиклем, төҙ, күтәрелеүсән йәки йәйелеүсән, ҡаты йәки йомшаҡ, ебәк кеүек төк м‑н ҡапланған. Япраҡтары ҡатмарлы: өсәрле, бармаҡ йәки ҡанат һымаҡ. Сәскәләре һары, аҡ, ҡыҙыл төҫтә, яңғыҙ йәки ҡалҡансыҡ‑һепертке сәскәлегендә урынлашҡан. Июнь— авг. сәскә ата. Емеше — күп сәтләүек, июль—сент. өлгөрә.

Республиканың бөтә терр‑яһында дымлы болондарҙа, ҡоро битләүҙәрҙә, ташлы һәм балсыҡлы яланғаслыҡтарҙа, далала, йылға һәм күл ярҙарында үҫә; Гуккер Ҡ.ү. Әбйәлил һәм Баймаҡ р‑ндарында битләүҙәрҙә һәм ташлы далала үҫә. Баллы үҫемлектәр, мал аҙығы үҫемлектәре, декоратив үҫемлектәр. Составында флавоноидтар, эфир майҙары булған Ҡ.ү. һәм үрмә Ҡ.ү. халыҡ медицинаһында ҡулланыла, йылҡы өсөн ағыулы. Тамырһабағында дуплаусы матдәләр булған тура тороусы Ҡ.ү. медицинала һәм аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә ҡулланыла. Ҡомлоҡ Ҡ.ү., реликт булған аҡ Ҡ.ү. һәм эндемиктар һаналған Кузнецов Ҡ.ү. һәм Эверсманн Ҡ.ү. — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына; һуңғыһы ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке