ҠАҘ ӨМӘҺЕ, башҡорттарҙа ҡаҙ, һирәкләп өйрәк һуйғанда үҙ-ара ярҙам итеү йолаһы (ҡара: Өмә). Көҙ-ҡыш мәлендә, ҡар ятыу м‑н үткәрелгән. Ҡ.ө. ҡыҙҙар һәм йәш ҡатындар (ғәҙәттә, килендәр) саҡырылған. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эсен таҙартҡандан һуң, көйәнтәгә парлап аҫып, йылғаға сайҡарға алып төшкәндәр. Уларға егеттәр м‑н балалар ҙа ҡушылған. Һыуға барғанда “Ҡаҙ юлы” йолаһы үткәрелгән: балалар юлға ҡаҙ ҡаурыйын ташлаған, оло ҡатындар киләсәктә мул үрсем, киләһе йылда ҡаҙҙарҙың ошо юлдан йөрөүен теләгән. Ҡаҙҙарҙы сайҡағандан һуң өмәселәр егеттәргә ҡушылған: яңғыҙ һәм парлап бейегәндәр, йырлағандар, таҡмаҡ әйткәндәр. Ҡыҙҙарҙың ҡайтыуына хужабикә ҡаҙ майында ҡоймаҡ бешереп, сәй әҙерләп торған. Кисен бар эште лә тамамлағандан һуң өмәселәр өсөн ҡаҙ итенән һәм эс-ҡарынынан байрам һыйы әҙерләнгән (ҡаҙ башынан, ҡарыны һәм тәпәйҙәренән һәр кемгә өлөш бирелгән). Табынға ш. уҡ бал, бауырһаҡ, буҙа, сәксәк һ.б. ҡуйылған, йыш ҡына ҡаҙҙың эс-ҡарынынан бәлеш бешергәндәр. Йырлағандар, бейегәндәр, төрлө халыҡ уйындары үткәргәндәр. Был йола татарҙарҙа ла осрай.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке