КҮРӘНҮЛӘН (Rhynchospora), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, бөтә ер шарында тиерлек таралған. Башҡортостанда аҡ К. үҫә. Күп йыллыҡ кәүшәк ҡыуаҡлы үлән. Һабаҡтары төҙ, өс ҡырлы, бейеклеге 15—40 см. Япраҡтары таҫма, улаҡлы. Башаҡтары һабаҡ осонда йәки өҫкө япраҡ ҡуйындарында оҙон сәскә һаптарында усламлап урынлашҡан. Башаҡтарҙың ҡаплаусы тәңкәләре беҙ һымаҡ осланған түбәле. Сәскә эргәлеге төксәләре 7—13. Аҫҡы һәм өҫкө башаҡтары һеркәсле, уртансыһы — 2—3 ике енесле сәскә м‑н. Июнь‑июлдә сәскә ата. Емеше — ике яғы ҡабарынҡы сәтләүек, июль‑августа өлгөрә. Сфагнум һаҙлыҡтарында үҫә. Балтас, Белорет, Дыуан, Мишкә, Нуриман, Учалы р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке