ҠАҘ ҺЫМАҠТАР (Anseriformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, яҡынса 150 төрө билдәле. БР‑ҙа өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған 33 төрө бар. Башлыса эре (аҡҡоштар, оҙонлоғо 180 см тиклем, ауырлығы 13,6 кг тиклем) һәм уртаса ҙурлыҡтағы (һыҙғыраҡ сөрәгәй, оҙонлоғо 38 см тиклем, ауырлығы 0,4 кг тиклем) күсәр һыу ҡоштары. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы, тығыҙ, ҡаты, ҡауырһындары аҫтында, бигерәк тә ҡорһағында, мамығы күп. Төҫө төрлө: аҡ (аҡҡош), асыҡ һоро (ала ҡаҙ), ерәнһыу көрән (һуна өйрәк) һ.б. Ҡанаты уртаса ҙурлыҡта, осло; осҡанда уларҙың ҡауырһындарының осо, тирбәлеп, һәр бер төргә хас тауыш сығара; күпселек төрҙәрҙең ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяғы ҡыҫҡа; 3 алғы бармағы араһында йөҙөү ярылары бар. Яҡшы йөҙә һәм сума, ерҙә яй, аушанлап йөрөй, ҡаҙҙар һәм ҡара ҡаҙҙар ярайһы уҡ шәп йүгерә ала. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар эрерәк, күп төрҙәрҙә сағыуыраҡ. Күпселек төрҙәре моногам: парҙар ғүмерлеккә йәки үрсеү осорона яһала. Парлап йәки туп булып ерҙә, һай һыулы урындарҙа (түңгәктәрҙә), ағастарҙа оя ҡора. 1—15 йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош 20—40 көн баҫа. Үҫемлек, ш. уҡ балыҡ, моллюскылар һ.б. һыу хайуандары м‑н туҡлана. Һыу буйында, ярҙары урманлы йылға үҙәндәрендә йәшәй.

Респ. бөтә терр‑яһында таралған. Күпселек Ҡ.һ. — һунар объекты. Йорт ҡаҙҙарының һәм өйрәктәрҙең күп тоҡомо ала ҡаҙҙан һәм һуна өйрәктән барлыҡҡа килгән. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына — 11 төр (аҡсабан, ала ҡаҙ, боған, ерәнсәй сумғыс, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, ҡарасабан, ҡыҙыл өйрәк, ышылдаҡ аҡҡош, ҡушы өйрәк һ.б.), шулар араһынан мәрйенгүҙ, этала ҡаҙ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Аҡбаш ҡаҙ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке