КҮПЕРБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 42 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.-Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 57 кеше; 1920 — 81; 1939 — 156; 1959 — 161; 1989 — 106; 2002 — 107; 2010 — 95 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙендә татарҙар тарафынан нигеҙ һалына. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән. Ф.М.Разова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке