АЛПАУЫТТАР, Рәсәйҙә 15 б. аҙ. — 20 б. башында төп килемде ер бүлемен файҙаланыуҙан алған дворян‑ер биләүселәр. А. барлыҡҡа килеүе поместье системаһы (хеҙмәтле кешеләрҙең дәүләт хеҙмәте үтәгән өсөн бөйөк кенәздән ер алыуы) төҙөлөүгә бәйле.

Башҡортостанда А. 16 б. аҙ. барлыҡҡа килә. Дәүләт баяр балаларына, стрелецтарға, тупсыларға, казактарға һ.б. хеҙмәтле аҫаба ерҙәр (30—50 дисәтинә) бүлеп бирә. 1592—1638 йй. Өфө өйәҙендә 20 дворян нәҫеленән (ҡара: Дворянлыҡ) 56 вәкил ер бүлеме ала. 1640‑сы йй. алып Ҡазан, Түбәнге Новгород, Әстерхан һ.б. ҡҡ. дворяндарҙы Өфөгә хеҙмәткә күсереү һөҙөмтәһендә, А. һаны арта. 17 б. аҙ. Кама аръяғы сигенә (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) күсерелгән Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы поместьелар һәм дворян өҫтөнлөктәре ала. 1682 й. ҡарата Өфө өйәҙендә 46 дворян нәҫеленән 158 А. иҫәпләнә, уларҙың 112 поместье һәм бүлендек ауылы була. Башҡорт ихтилалдарын (17—18 бб.) баҫтырыу барышында башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен А. таратып биреү, ш. уҡ указдар (1736 й. 11 февр.) һәм 1743 й. 8 авг. указ б‑са дәүләттең башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен һатыу‑һатып алыуҙы (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һәм үҙ милке итеп нығытыуҙы рөхсәт итеүе алпауыт ер биләүселегенең үҫеүенә булышлыҡ итә. 1740‑сы йй. алып А. һаны урындағы гарнизон офицерҙары, Ырымбур казак ғәскәре, губерна һәм өйәҙ чиновниктары иҫәбенә арта. 18 б. аҙ. төбәктә 569 поместье була, уларҙың 50%‑ы эре (1000 һәм унан артыҡ дисәтинә) поместье иҫәбенә инә, 38%‑ы — урта (100‑ҙән 1000 дисәтинәгә тиклем), 12%‑ы — ваҡ. Башҡ. дворяндарына поместьелар бүленмәй һәм уларҙың крепостной крәҫтиәндәр тоторға хоҡуғы булмай, уларға буш ятҡан ерҙәрҙе генә һатып алырға рөхсәт ителә. Башҡортостан өсөн алпауыт ер биләмәләре һанының крепостной халыҡ һанынан йылдамыраҡ артыуы хас була, һөҙөмтәлә ерҙәрҙең күпселек өлөшө файҙаланылмай ята. 19 б. 1‑се ярт. милектәге йән башы һаны А. байлығының төп күрһәткестәренең береһе була. Имениеларҙың килемлелеген арттырыу маҡсатында, ҡайһы бер А. а.х. машиналары, яҡшы сортлы орлоҡтар ҡуллана башлай, тоҡомло аттар, нәҙек йөнлө һарыҡтар үрсетә, поместьеларында шарап ҡыуыу заводтары, поташ заводтары, ағас бысыу урындары, тирмәндәр аса. А. хужалығы алпауыт крәҫтиәндәрен эксплуатациялауға нигеҙләнә. А. ялланма крәҫтиәндәр (хеҙмәт хаҡын башҡарылған эш күләменә ярашлы алыусылар, көнөнә билдәле бер хаҡ алыусылар) һәм ситкә китеп эшләүселәр (ҡара: Ситкә китеп эшләү) хеҙмәтен киң ҡуллана. Крәҫтиән реформаһынан һуң алпауыт ер биләүселеге һаҡлана, әммә А. крәҫтиәндәргә һуңынан һатып алыу өсөн ер бүлемдәре бирергә тейеш була. Крепостной хоҡуҡтан азат ителгән крәҫтиәндәр А. теләр‑теләмәҫ кенә яллана, арзан башҡ. ерҙәрен ҡуртымға алыу юлы м‑н үҙ һөрөнтө ерҙәрен киңәйтеүҙе өҫтөн күрә. Эшсе ҡулдар етешмәү сәбәпле, 1860‑сы йй. алпауыт хужалыҡтарында кризис тыуа: сәсеүлектәр кәмей, шарап ҡыуыу һ.б. заводтар ябыла. А. ярҙам итеү маҡсатында, хөкүмәт төбәк крәҫтиәндәрен колониялаштырыуҙы көсәйтә, 1866 й. Өфөлә һәм 1876 й. Ырымбур ҡ. уртаҡ ер кредиты йәмғиәттәре асыла, унда А. имениеларын залогҡа биреү шарты м‑н аҡса алыу мөмкинлегенә эйә була. 19 б. аҙ. ҡарай тимер юл һәм пар машиналары булған йылға транспортының барлыҡҡа килеүе, крәҫтиәндәрҙең ҡатламдарға бүленеүе һәм күсеп килеүселәр һанының артыуы иҫәбенә ялланма хеҙмәт баҙарының үҫеүе алпауыт хужалыҡтары рентабеллелеген күпкә күтәрә һәм уларҙа тауар етештереүҙе үҫтереүҙе тиҙләтә. Алпауыт ер биләүселеге эре эшҡыуарлыҡтың бер өлөшөнә әйләнә, үҙенсәлекле агрофирмалар барлыҡҡа килә. 20 б. башында Башҡортостанда 1000‑дән ашыу имение (3,3 млн дисәтинә) иҫәпләнә, 1917 й. А. сәсеүлектәре дөйөм майҙандың 5,7%‑ын биләй. Поместьеларҙың уртаса ҙурлығы 1300 дисәтинә тәшкил итә, А. ерҙәренең күпселек өлөшөн ҡуртымға, йышыраҡ уртаҡҡа эшләүгә бирә. Алпауыт имениелары башлыса Өфө губернаһының Бөрө, Бәләбәй, Минзәлә, Өфө һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәрендә урынлаша. А. күпселеге традицион иҡт. тәртип яҡлы була һәм капиталистик мөнәсәбәттәр урынлашыуға ҡаршы килә, был уларҙың 19 б. аҙ. — 20 б. башында сәйәси көрәштә ҡатнашыуын (ҡара: Дәүләт думаһы, Земство хәрәкәте, “Союз 17 октября”, Халыҡ азатлығы партияһы) билдәләй. Октябрь революцияһынан һуң алпауыт ерҙәре национализациялана (ҡара: Национализациялау).

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.