КҮП ТӨРЛӨЛӨК, математиканың һыҙыҡ һәм өҫкө йөҙ төшөнсәләрен теләһә ниндәй үлсәм һанына дөйөмләштергән фундаменталь төшөнсәһе. Һандар арауығы кеүек төҙөлөшлө билдәле бер урындағы геом. объект булып тора, йәғни К.т. һәр нөктәһенең (геом. мәғәнәләге нөктә, тура һыҙыҡ, сфера, матрица, механик система торошо һ.б.) арауыҡҡа ҡарата гомеоморфик булған тирә-яғы бар. К.т. киҫешеүҙәрендә күсеү сағылышы барлыҡҡа килгән карталар йыйылмаһы (атлас) м‑н бирелә. Ҡаралған объекттар параметрҙарға бәйле сағылыштар булып күрһәтелгән ваҡытта ҡулланыла. 1 (тура һыҙыҡ, парабола, эллипс), 2 (яҫылыҡ, параболоид, сфера), 3 (өс үлсәмле Евклид арауығы, шар) һәм n үлсәмле К.т.; дифференциалланыусы, аналитик, киҫәкле-һыҙыҡлы һ.б. айырыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башлап БДУ‑ла CR‑К.т., уларҙың CR‑сағылыштары (С.И.Пинчук, А.Б.Сухов, Ш.И.Цыганов, С.В.Хәсәнов), Грассман К.т. бәйләнешлелектәр (Э.Г.Нейфельд), Риман һәм Финслер К.т. ғәҙәти күсеш (Р.А.Шәрипов), Математика ин‑тында К.т. дифференциаль операторҙарҙың спектраль теорияһын анализлау һәм үҫтереү (Ю.А.Кордюков) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

И.Ю.Черданцев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке