КҮП АЙЫРМАЛЫ РИККАРДИЯ (Riccardia multifida), мүк һымаҡтар төрө. Күп йыллыҡ, бер өйлө (автэция хас — антеридиялар һәм архегониялар үҫемлектең төрлө һабаҡтарында урынлашҡан) ҙур булмаған асыҡ, һарғылт‑йәшел кәҫлек йәки айырым ҡатлансыҡтар барлыҡҡа килтереүсе бауыр мүге. Ҡатлансығы 1—3 см оҙонлоҡта, 0,5—1 мм киңлектә, арҡыры киҫемдә 5—6 күҙәнәктән тора, ике яҡтан ҡабарынҡы, ике, өс ҡауырһын тармаҡлы, ботаҡтары таҫма рәүешендә, ситтәре үтә күренмәле. Спорофиты суҡмар рәүешендәге целокаул (үҫешеп килгән спорогон тирәһендәге һаҡлаусы үҫенте) м‑н һаҡланған. Үҫенте бөрөләре эллипс формаһында, ике күҙәнәкле. Гигрофит, кальцефил. Республикала К.а.р. үҫкән берҙән‑бер урын — Ирәмәл тәбиғи паркы терр‑яһындағы Төлөк һаҙлығының (Учалы р‑ны) күрән‑сфагнум участкаһы. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

З.Е.Ҡылысова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке