КҮНЗАВОД АУЫЛЫ, Баймаҡ р‑нында, Темәс а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 57 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 35 кеше; 1920 — 329; 1939 — 118; 1959 — 88; 1989 — 82; 2002 — 152; 2010 — 148 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. уртаһында Орск өйәҙендә нигеҙ һалына. 1900 й. Орск мещандары Ивановтарҙың күн з‑ды булараҡ, 1920 й. Ивановтар з‑ды булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 50‑се йй. башынан ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Ә.З.Сәйғәфаәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке