“КҮНДЕРӘК” колхозы, АХПК. Стәрлебаш р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Йәлембәт ауылы. Составына 3 баҫыусылыҡ бригадаһы, йылҡ‑ҡ, 3 һөтсөлөк фермаһы, тирмән һ.б. инә. 2011 й. 114 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 7356 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 4632 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 26, шәкәр сөгөлдөрө — 271, көнбағыш (орлоҡтары) — 19; етештереү (т): иген — 5720, шәкәр сөгөлдөрө — 5420, көнбағыш — 665. Һыйыр малы һаны — 1200 (325 һыйыр), йылҡы — 120; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3900 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 585; етештереү (т): һөт — 1420, ит — 89. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1992 й. “Коммунизмға” к‑зы базаһында “К.” к‑зы булараҡ ойошторола, 2000 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке