КҮНДЕРӘК, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Күндерәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 40 кеше; 1939 — 74; 1959 — 338; 1989 — 463; 2002 — 374; 2010 — 321 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, амбулатория, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1876 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Табылды а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мещандар (ҡара: Мещанлыҡ) Күндерәк ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 39 йортта 251 кеше йәшәгән, тимерлек булған. 20 б. башынан — Күндерәк утары, 30‑сы йй. Күндерәк ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала. К.З.Бәхтейәрова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке