КҮН, ТИРЕ ҺӘМ АЯҠ КЕЙЕМЕ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең тәбиғи һәм яһалма күн, тире, тире һәм күн- галантерея изделиелары, аяҡ кейеме етештереүсе тармағы. Башҡортостанда 19 б. үҫешә башлай (ҡара: Күн эше): 30‑сы йй. Өфөлә — 27, Стәрлетамаҡ ҡ. 28 күн пр‑тиеһы була, күпселеген итексе цехтары тәшкил итә. Өфө губ., урындағы сеймалды файҙаланып, 1882 й. — 63, 1902 й. 142 күн заводы эшләй. Респ. тармаҡ структураһы 20 б. формалаша, шул ваҡыт эсендә “Башвест”, Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы, Октябрьский күн аяҡ кейеме комбинаты, Стәрлетамаҡ күн аяҡ кейеме комбинаты һ.б. пр‑тиелар төҙөлә. 2004 й. БР‑ҙа тармаҡ 60‑тан ашыу пр‑тие һәм производствонан, ш. иҫ. Нефтекама яһалма күн производство берекмәһенән, Нефтекама күн-галантерея фабрикаһынан, Өфө күн‑галантерея фабрикаһынан тора. БР‑ҙа еңел сәнәғәт етештереү күләменең 60%‑ы ошо тармаҡ өлөшөнә тура килә (ҡара: табл.), 7 меңдән ашыу хеҙм‑р эшләй. Күн етештереү өсөн сеймал Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзынан, ит эшкәртеү пр‑тиеларынан алына, ш. уҡ бирем сеймалы ҡулланыла. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. Белгестәр Башҡорт дәүләт университетында, Иҡтисад һәм сервис университетында, Технология һәм дизайн колледжында әҙерләнә.

И.В.Гурьянова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Күн, тире һәм аяҡ кейеме сәнәғәте продукцияһын етештереү динамикаһы

Продукция

1960

1980

1990

2000

2004

2007

2009

Хром күн тауарҙары, млн дм2

44,7

117

275

28,1

5,5

Ҡаты күн тауарҙары, мең м2

38680

29706

4083

714

Яһалма йомшаҡ күн, мең м2

28823

34552

11020

14369

13860

7707

Тәбиғи һәм яһалма тиренән тире һәм тире изделиелары, мең һум*

2991

29,1

2509

9000

17155

100598

Күн-галантерея изделиелары, млн һум*

21

27

56

98

100

Аяҡ кейеме, мең пар

3642

7159

6780

1958

1556

1124

1248

*Тейешле йылдарҙағы хаҡтарҙа бирелгән.