КҮН ЗАВОДТАРЫ, тире иләү һәм унан әйберҙәр әҙерләү пр‑тиелары. Башҡортостанда тәүге К.з. 18 б. аҙ. — 19 б. башында барлыҡҡа килә. 19 б. тәүге ярт. Ырымбур губернаһында К.з. һанының артыуы күҙәтелә (ҡара: табл.), улар йыл һайын уртаса 80—140 мең һумлыҡ 20‑нән 35 меңгә тиклем күн етештерә. Төп продукцияһы: йомшаҡ (юфть, быҙау тиреһенән, бер йәшлек быҙау тиреһенән, итек тегеү өсөн эшләнгән) һәм ҡаты (олтанлыҡ һәм ҡоба) күн. 1817 й. Ырымбур губ. етештерелгән 20,3 мең күндең 12,5 меңе – юфть, 3 меңе олтанлыҡ була. К.з. етештереү бер төрлө артмай. 1849 й. 72 К.з. 12‑һендә (17%) уртаса 3 мең һумлыҡтан ашыу (бөтәһе 90 мең һумға яҡын суммаға, йәғни дөйөм тапшырыу күләменең 64%‑ы) күн етештерелә; 15‑ендә (21%) — 1‑ҙән 3 мең һумға тиклем (барлығы 23 мең һумдан ашыу, йәғни 17%), 45‑ендә (62%) — 350‑нән 1 мең һумға тиклем (22 мең һумдан ашыу, йәғни 19%). 1865 й. Өфө губернаһында — 73 (ш. иҫ. Өфө өйәҙендә — 40, Златоуст өйәҙендә — 12, Бөрө өйәҙендә — 11, Бәләбәй өйәҙендә — 8, Минзәлә өйәҙендә һәм Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 1‑әр), 1866 й. Ырымбур губ. 45 (ш. иҫ. Ырымбур өйәҙендә һәм Силәбе өйәҙендә — 14‑әр, Верхнеурал өйәҙендә — 7, Троицк өйәҙендә — 6, Орск өйәҙендә — 4) К.з. иҫәпләнгән. Иң ҙур пр‑тиелар ҡалаларҙа эшләй. 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ ҡ. эре күн етештереү үҙәгенә әүерелә: 1828 й. — 28, 1837 — 19, 1857 — 22, 1861 й. 30 К.з. эшләй. 1917 й. национализацияланған Стәрлетамаҡ К.з. базаһында Стәрлетамаҡ күн аяҡ кейеме комбинаты асыла. 1849 й. Ырымбур губ. 72 К.з. 14‑е (19%) — Стәрлетамаҡта (40 мең һумдан ашыу суммаға продукция етештерәләр, йәғни дөйөм тапшырыу күләменең 29%‑ы), 7‑һе (10%) Троицк ҡ. (18 мең һумға яҡын суммаға, йәғни 13%) урынлашҡан. 19 б. 2‑се ярт. күн эшкәртеүҙең эре үҙәктәре булып Ырымбур губ. — Троицк, Өфө губ. Златоуст, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡҡ. иҫәпләнә. 1865 й. Өфө губ. ҡалаларында 34 (ш. иҫ. Стәрлетамаҡта — 21, Өфөлә — 6, Бәләбәй ҡ. — 4, Минзәлә ҡ. — 2, Златоуста — 1) К.з. иҫәпләнгән. Күн етештереү тармағын үҫтереүҙә сауҙагәрҙәр мөһим роль уйнай. Стәрлетамаҡтағы иң ҙур К.з. сауҙагәрҙәр В.Шабонин, Г.Попов, Л.Сухоруков, В.Владимировҡа ҡарай (эшселәр һаны 20‑гә яҡын кеше). Өфөлә сауҙагәрҙәр В.М.Подьячев (ҡара: Подьячевтар) һәм А.Анисимовтың (30 эшсе) 2 ҙур з‑ды эшләй. 1882 й. Өфө губ. 63 К.з. була, Өфөлә А.П.Кобяков з‑ды иң ҙурҙарҙан һанала (йыл һайын 18 мең һумлыҡ 3 мең күн етештерелә). К.з. бер өлөшө крәҫтиәндәргә ҡарай, улар, нигеҙҙә, ғаилә К.з. була (6‑ға тиклем кеше эшләй). К.з. ҡорамалдары көл, дуплау һәм әсетеү киҫмәктәренән, һыу йылытыу ҡаҙандарынан, мейестәрҙән һ.б. торған. Күн, традицион үҫемлек материалдары (ҡабыҡ, төрлө ҡыяҡлыларҙан яһалған кеҫәл), көл файҙаланып, ҙур булмаған киҫмәктәрҙә дупланған (ҡара: Дуплау). Күн эшкәртеү 100—180 тәүлек дауам иткән. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында К.з. күбеһендә пар двигателдәре, локомобилдәр, электр двигателдәре, махсус машиналар һәм механик ҡорамалдар ҡуйыла, электр уты үткәрелә. Сеймал урындағы баҙарҙан һатып алына, бер өлөшө башҡа губерналарҙан, Ҡаҙағстан һәм Урта Азиянан индерелә. К.з. башлыса ирекле ялланған эшселәр (тирә‑яҡ ауылдарҙан крәҫтиәндәр яллана) эшләй, алпауыт крәҫтиәндәренең хеҙмәте лә файҙаланыла. 1817 й. төбәктә 37 К.з. иҫәпләнгән, уларҙа 223 кеше (ш. иҫ. 211 ирекле ялланған эшсе, 12 алпауыт крәҫтиәне) эшләгән. 60‑сы йй. башында Ырымбур губ. К.з. 260‑лап кеше иҫәпләнгән. К.з. етештергән продукцияның төп өлөшө аяҡ кейеме тегеүгә, армияны, тау з‑дтарын, алтын промыслаларын күн әйберҙәр м‑н тәьмин итеүгә, бер өлөшө (ғәҙәттә юфть) сит илгә сығарылған. К.з. продукцияһы Бөгөлмә, Бәләбәй, Минзәлә, Ырымбур, Троицк ҡҡ. йәрминкәләрендә һатылған, Ҡаҙағстанға, Урта Азияға оҙатылған.

Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Таблица:

19 б. 1‑се ярт. Ырымбур губернаһы күн заводтарында тире эшкәртеү динамикаһы

Йыл

Заводтар һаны

Тире эшкәртеү

 

 

Иҫәбе, даналарҙа

Сумма, һум

1817

37

20328

81312

1828

38

20245

80980

1837

63

29100

116400

1849

72

35031

140126

1858

90

48483

193932

1859

73

66385

216421

1860

80

61754

203806

1861

79

71751

236780