ҠАДИРИ (Ҡадиров) Закир Хәлим улы (1878, Һамар губ. Ставрополь өйәҙе Абдулла а. – 22.10.1954, Төркиә), йәмәғәт эшмәкәре, педагог. Мәҙрәсәлә (Бохара ҡ.), Әл‑Әзһәр ун‑тында (Ҡаһирә) уҡыған. 1906— 07 йй. Ғ.Ибраһимов м‑н С.‑Петербургта ғәрәп телендә “әт-Тилмиз” (“Шәкерт”) гәз. нәшер итә. 1907 й. алып “Хөсәйениә”, 1909 й. — “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыта. 1914 й. башлап “Тормош” гәз. мөхәррире. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезының эшендә ҡатнаша. Милләт мәжлесендә Өфө губернаһынан депутат, Милли идара ағзаһы. Ҡ. мосолман ҡатын-ҡыҙҙарын уҡытыу һәм уларҙың тиң хоҡуҡлылығы мәсьәләләрен өйрәнә. Дини тәғлимәт, мосолман мәҙәниәте тарихы б‑са хеҙмәттәр, уҡыу әсбаптары авторы. Көнсығыш һәм Европа ғалимдарының хеҙмәттәрен татар теленә тәржемә итә. 1919 й. алып Ҡытайҙа, Финляндияла, Төркиәлә эмиграцияла була.

Хеҙм.: Ғарәп сарыфы. Уфа, 1912; Ислам мәдәнияты тарихы: 3 томда. Уфа, 1912—13; Хатын-кыз мәсьәләсе. Уфа, 1915.

Әҙәб.: Татар зыялылары: тарихи портретлар. Казан, 2003.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке