ҠАДИРОВА Нәзифә (Нәсифә) Жәүәт ҡыҙы (13.4.1954, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ахун а.), йырсы. РФ‑тың атҡ. (2005), БАССР‑ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1982), ТР‑ҙың атҡ. (1996) артисы. 1971 й. алып Башҡ. филармонияһы солисы. Көслө, үҙенсәлекле тауышҡа, хисле һәм тәьҫирле башҡарыу оҫталығына эйә. Репертуарында С.Ә.Низаметдиновтың “Бер бөтөндөң ике яртыһы” (“Половинки”) мюзиклы, башҡ. (Р.Х.Ғәзизов, Н.Ә. Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов) һәм татар (М.Ғ.Имашев, С.Ғ.Садиҡова, Р.М.Яхин) комп. әҫәрҙәре, боронғо урыҫ һәм сиған романстары, башҡ., татар, молдаван, ҡаҙаҡ халыҡ йырҙары һ.б. Низаметдиновтың “Мөхәббәт йондоҙо” (“Звезда любви”) операһында Әсә партияһын тәүге башҡарыусы. “Рәсәй”, П.И.Чайков- ский ис. концерт залдарында сығыш яһай. Я.А.Френкель, В.Я.Шаинский һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ҡарағалпаҡ АССР‑ында (1976) һәм Яҡут АССР‑ында (1978) БАССР‑ҙың әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәрендә, Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997) ҡатнаша. СССР буйлап һәм донъяның 12 илендә гастролдәрҙә була. “Тормош буйлап йыр менән” (“С песней по жизни”; Мәскәү, 1979) Бөтә Союз телеконкурсы һәм Бөтә Рәсәй совет йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (Сочи ҡ., 1980) дипломанты. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1994). БР‑ҙың Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2014).

В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.