ҠАДИРОВ Рафаэль Рәшит улы (2.9.1957, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Туғай а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2009). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 16‑сы урта мәктәптә, сәнғәт мәктәбендә уҡыта, 1991— 92 йй. һәм 2005 й. алып картиналар галереяһы дир. (бөтәһе лә — Ишембай ҡ.). Ҡ. ижадына ауыл тормошон, патриархаль йәшәү рәүешен матурлап биҙәп күрһәтеү, образ һәм темаларҙы фәлс. аңлау (фольклор, мифология, дин) хас: “Йәйге йоҡо” (1989), “Урал батыр” (2002). Көнсығыш арабескаһын, формаларҙы берләштереүҙе хәтерләткән һүрәттең һығылмалы баҙыҡ һыҙығы художество теленең үҙенсәлеге булып тора. Милли‑мәҙәни традициялар күсәгилешлеге темаһы дини ҡарашлы өләсәһе (“Бишек йыры”, 1987; “Үтеп барған быуат”, 2004), әсәһе (“Һөйөклө ҡатын‑ҡыҙ”, 1999; “Муза”, 2007) образдары аша асыла; уның эштәрендә “донъяуи” сюжеттар рухи күренештәр — тормош һәм үлем т‑да уйланыуҙар булып күҙ алдына баҫа (“Мәңгелек”, “Ҡунаҡ көткәндә”; икеһе лә — 1990), үҙе уйлап тапҡан универсаль матурлыҡ формулаһы сағылыш ала (“Әсәләр. Апай-һеңлеләр”, 1999; “Ер йылыһы. Ғ.Хәйәмде уҡығанда”, 2001). Байтаҡ монументаль сәнғәт әҫәрҙәре ижад итә (“Юрматы ере”, 1997, К.Ғ.Ғөбәйҙуллин м‑н берлектә; “Боронғо Ҡазанда һабантуй”, 2005, С.М.Ғиләжет- динов м‑н берлектә). Шулай уҡ баҫма һәм уникаль графикала төрлө техника файҙаланып эшләй. “Март” (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ижади төркөмө ағзаһы, Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһын төҙөү инициаторҙарының һәм ойоштороусыларының береһе (1996). 1979 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1992, 1996– 98, 2000, 2006, 2008, 2013, 2015), Ишембай (1995, 2004, 2008), Салауат, Стәрлетамаҡ (икеһе лә – 2014) ҡалаларында. Эштәре БДХМ, “Academia”, “Урал”, “Сәнғәт” галереялары (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), ТР‑ҙың Һынлы сәнғәт музейы (Ҡазан), Новосибирск художество музейы һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Респ. һәм төбәк һынлы сәнғәт күргәҙмәләре (1999— 2004, 2007, 2008), БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1997) лауреаты. 

Әҙәб.: Рафаэль Кадыров. Живопись, графика: альбом. Уфа, 2008.

Э.В.Хәсәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.