КҮМЕРТАУ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Күмертау, Мәләүез, Салауат ҡҡ. һәм Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Фёдоровка р‑ндары ҡулланыусыларын электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив-диспетчер хеҙмәте — Күмертау ҡ., район диспетчер пункттары күрһәтелгән бөтә райондарҙа һәм Мәләүездә урынлашҡан. 2012 й. составына дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 858 МВ•А булған 35—220 кВ көсөргәнешле 60 электр подстанцияһы, 0,4—10 кВ (оҙонлоғо 8127,8 км) һәм 35—110 кВ (1639,6 км) көсөргәнешле электр энергияһы тапшырыу линиялары ингән. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 36379,5 шартлы берәмек тәшкил иткән. 2012 й. 694 кеше эшләгән.

1964 й. “Башкирэнерго” электр селтәрҙәренең һәм “Сельэнерго” селтәрҙәренең Үҙәк һәм Мәләүез р‑ндары базаһында ойошторола, 1992 й. алып “Башкирэнерго” филиалы, 2005 й. — “БашРЭС—Стәрлетамаҡ”тың структур бүлексәһе — “Башкирэнерго” ААЙ бүлендек йәмғиәтенең “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ филиалы, 2012 й. — “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” ААЙ бүлендек йәмғиәтенең “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ производство бүлеге.

Ш.Ғ.Китабов

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке