КҮМЕРТАУ ТИМЕР-БЕТОН ЗАВОДЫ. 1950 й. ағас эшкәртеү комб‑ты булараҡ ойошторола, 1958 й. алып “Башуглеразрезстрой” тресының төҙөлөш материалдары комб‑ты, 1960 й. — “Кумертаустрой” тресының тимер- бетон изделиелар з‑ды, 1972 й. — “Салауат тимер-бетоны” ПБ составында, 1975 й. — К.т.‑б.з., 1994 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына тимер- бетон һәм эретмә-бетон цехтары ингән. 2001 й. 135 кеше эшләгән. Йыйылма тимер‑бетон, тауар бетоны, төҙөлөш эретмәһе һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Л.А.Попова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина