КҮМЕРТАУ ПОЛИТЕХНИК ЛИЦЕЙ‑ИНТЕРНАТЫ. 1997 й. Респ. К.п.л.и. булараҡ асыла. Конкурс б‑са 4‑се класты тамамлаған малайҙар, 2001 й. алып 9‑сы класты тамамлаған ҡыҙҙар ҡабул ителә. Түбәндәге йүнәлештәр б‑са профилле уҡытыу алып барыла: физика‑матем., физика‑химия. Лицейҙа махсус курстар индерелгән: логика һәм комбинаторика нигеҙҙәре, химик производство, генетика һәм мед., радиотехника һ.б. Уҡытыу урыҫ һәм башҡ. телдәрендә алып барыла. Китапханаһы, 2 компьютер класы, мәғлүмәт технологиялары кабинеты, тарих‑этнография музейы, спорт, көрәш һәм бейеү залдары, дөйөм ятағы һ.б. бар. Рәсәйҙең “Мәктәп” мәғариф форумы (Мәскәү, 2002, 2003) лауреаты. Уҡыу йортон 650‑нән ашыу кеше тамамлаған.

Р.С.Баянов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке