КҮМЕРТАУ ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составына икмәк һәм икмәк-булка изделиелары (1950 й. нигеҙләнгән), перәник (1956), юғары сортлы изделиелар (1972) етештереү цехтары инә. 2011 й. 83 кеше эшләгән. Икмәк-булка, кондитер изделиелары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1950 й. икмәк з‑ды булараҡ ойошторола, 1981 й. алып К.и.к., 1994 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке