КҮМЕР СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡ сәнәғәтенең күмер сығарыу, байыҡтырыу һәм брикетлау тармағы. Башҡортостанда К.с. барлыҡҡа килеүе һоро күмер ятҡылыҡтары асылыуға бәйле. 1947 й. Бабай һоро күмер ятҡылығы базаһында Ермолаевка разрезын проектлау башлана (1951 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1957 й. алып Күмертау разрезы; йылына 4,5 млн т күмер сығара). 1948 й. “Башуглеразрезстрой” тресына (ҡара: “Башкируголь”) нигеҙ һалына, ул респ. берҙән- бер К.с. пр‑тиеһы була; Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнының һоро күмерен гидрогенлау нигеҙендә газ яғыулығы, тау балауыҙы, органик минераль ашламалар һ.б. етештереү өсөн 18‑се комб‑т (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) ойошторола. 1954 й. башлап Күмертау разрезының Маяҡ тау участкаһы эшләй (ҡеүәте 1,0 млн т; Маяҡ ятҡылығы), Төйлөгән күмер разрезы (2,5 млн т; Төйлөгән ятҡылығы, Ырымбур өлк.) һәм Күмертау брикет ф‑каһы (йылына 1,2 млн т күмер брикеты) төҙөлә башлай. 20 б. 60—70‑се йй. респ. К.с. иң үҫешкән йылдары була: тармаҡтың төп фондтары — 21,4%‑ҡа, эшләүселәр һаны — 43,6%‑ҡа, продукция эшләп сығарыу 4,2 тапҡырға арта. 1970 й. күмерҙең дөйөм күләменән 71% күмер брикеттары етештереү өсөн, 16% — Салауат ТЭЦ‑ында, 10% — Стәрлетамаҡ сода-цемент комб‑ты ТЭЦ‑ында (ҡара: “Сода”), 3% Күмертау ТЭЦ‑ында яғыулыҡ булараҡ ҡулланыла; респ. күмер брикеттарын ҡулланыу яҡынса 20%, Пенза өлк. — 11,3, Ульяновск өлк. — 8,6, Һамар өлк. — 8,5, Һарытау өлк. — 8,2, Түб. Новгород өлк. — 4,6, Рязань өлк. — 0,6, Мәскәү өлк. — 0,4, Мордва АССР‑ында 8,2% тәшкил итә. Тармаҡтың макс. күрһәткестәре 1976 й. тура килә, 1955 й. алып һоро күмер сығарыу — 5,7 тапҡырға, күмер брикетын етештереү 9,5 тапҡырға арта. 70‑се йй. 2‑се ярт. һәм 80‑се йй. һоро күмер сығарыу һәм брикет етештереү күләме кәмей. 1994 й. күмер сығарыу күләме 1976 й. күләменән — 31,4%, брикет етештереү 36,8% тәшкил итә. 2003 й. БР‑ҙа яғыулыҡ сәнәғәте етештереү күләменең 0,01%‑ы тармаҡ өлөшөнә тура килә. 2004 й., запастарҙың бөтөүенә бәйле, күмер сығарыу туҡтатыла.

Әҙәб.: Территориально-производственные комплексы Башкирской АССР. Уфа, 1974.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 Текст на русском языке