КҮЛТӘГИНГӘ АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәтеәҫәре. Көнсығыш төрки ҡағанатына нигеҙ һалған Илтереш ҡағандың улы, ғәскәр башлығы Күлтәгин хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы яҙыулы ҡәбер ташы (Оло һәм Кесе яҙмалары бар). Улан‑Баторҙан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 400 км алыҫлыҡта Орхон й. һул ярындағы Кошо‑Цайдам үҙәнендә урынлашҡан. 1891 й. Н.М.Ядринцев тарафынан табыла, В.В.Радлов һәм С.Е.Малов тарафынан өйрәнелә. Эпитафия орхон-йәнәсәй ҡомартҡылары телендә яҙылған, 732 й. ҡарай. Әҫәрҙең авторы – Йолығтәгин (ҡара: Билге ҡағанға арналған ташъяҙма). Оло яҙма 2 өлөштән тора: беренсеһендә төркиҙәр тормошондағы мөһим ваҡиғалар һәм уларҙың ҙур хәрби походтары һүрәтләнгән, ҡағандарҙың, хәрби эшмәкәрҙәрҙең идеаллаштырылған образдары тыуҙырылған, улар араһында Күлтәгингә айырым урын бирелгән; икенсеһендә Күлтәгиндең тормошо һәм эшмәкәрлеге бәйән ителә. Кесе яҙмала ш. уҡ төркиҙәрҙең хәрби походтары тасуирланған, төрки дәүләттәрҙең ҡаҙаныштарының һәм еңелеүҙәренең сәбәптәре т‑да уйланыуҙар урын алған. Әҫәрҙә башҡ. мифологияһында осраған образдар бар: Һомай, Аҡбуҙат; ҡайһы бер башҡ. ырыуҙарының (ҡатай, табын һ.б.) исемдәре телгә алына. Әҫәрҙең башҡ. теленә шиғри интерпретацияһы М.Ямалетдин тарафынан эшләнгән.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 7‑се т. Яҙма ҡисса һәм дастандар. Өфө, 2004; Малов С.Е. Памятники древнетюркской письменности. М.; Л., 1951; Стеблева И.В. Поэзия тюрков VI—VIII веков. М., 1965.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке