КҮЛТАБАН,Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 48 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 14 км алыҫлыҡта Күлтабан күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 35 кеше; 1920 — 105; 1939 — 97; 1959 — 350; 1989 — 420; 2002 — 369; 2010 — 364 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Сосновка урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Орск өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Күлтабан утары булараҡ нигеҙ һала. Йылайыр с‑зы ойошторолғандан һуң 20 б. 30‑сы йй. алып с‑здың Күлтабан бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке