КҮЛЙОРТТАМАҠ МӘМЕРЙӘҺЕ, Космонавтар мәмерйәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Бөрйән р‑ны Ғәҙелгәрәй а. көньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта Күлйорттамаҡ сағылының һул битләүендә, Шүлгәнташ ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Карслы мәмерйә, өҫкө девон һәм аҫҡы карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш, көньяҡ‑көнбайыш һәм көнбайыш йүнәлешле горизонталь, вертикаль һәм ауыш коридорҙарҙан тора. Оҙонлоғо 280 м, уртаса киңлеге 4 м, уртаса бейеклеге 8 м, тәрәнлеге 24 м, амплитудаһы 43 м, майҙаны 1130 м2, күләме 9040 м3. 2 инеү урыны бар: 1‑сеһе Ағиҙел й. кимәленән — 65 м, 2‑сеһе 85 м бейеклектә ята. Көнбайыш йүнәлешле коридорҙа өҫкө ауыҙынан 40 м алыҫлыҡта урынлашҡан 2 зал, коридор аҙағында ҡойо (тәрәнлеге 21 м), түбәһендә кальцит һарҡымдары, сталактиттар бар. Т‑раһы 6°С.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке