КҮКҺӘҮЕЛ (Chamaecytisus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑нән ашыу төрө билдәле, Көньяҡ Европала таралған. Башҡортостанда урыҫ К. һәм Цингер К. үҫә. Япраҡ ҡойоусы күп йыллыҡ ҡыуаҡлыҡтар, бейеклеге 0,4—2 м, бөгөлөп тороусы йәки күтәрелеүсән тура һабаҡлы, ҡара йәки һоро‑ҡуңыр ҡабыҡлы. Япраҡтары өсәрле, төбөндә шына рәүешле, өҫтәгеләре йомро, бөтөн ситле, төклө, сиратлы. Сәскәләре һары төҫтә, япраҡ ҡуйындарында 1—5‑әрләп урынлашҡан, башаҡ рәүешле суҡтарға йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше — асылыусан ҡуҙаҡ, авг. өлгөрә. Далала, ҡарағай, имән урмандарында һәм уларҙың ситтәрендә, ташлы битләүҙәрҙә үҫә; урыҫ К. — Башҡортостандың Урал алдында, һирәгерәк Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, Башҡортостандың Урал аръяғында, Цингер К. Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының төньяҡ өлөшөндә таралған. Баллы, мал аҙығы, декоратив үҫемлектәр. Составында цитизин бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке