КҮКЛӘШЕВ Сәлихйән Бикташ улы (1.3.1811, Ырымбур ҡ. — 1878; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1863, шунда уҡ), тел белгесе, педагог‑мәғрифәтсе. Дворяндарҙан. Неплюев хәрби уч‑щеһын (1831, ҡара: Неплюев кадет корпусы), Ҡазан ун‑тын (1836) тамамлаған. 1836 й. алып Неплюев хәрби уч‑щеһында көнсығыш телдәре уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1850— 59 йй. Ырымбур сик һыҙығы ҡарамағындағы мәктәптә тәрбиәсе. Фарсы, ғәрәп, латин, немец, француз телдәрен белгән. К. башҡорт, татар һ.б. халыҡтар араһында Европа һәм Көнсығыш әҙәбиәте ҡомартҡыларын тарата. Башҡорт һәм татар фольклоры өлгөләрен йыя, Урал‑Волга буйы әҙәбиәтен өйрәнә. “Диван хикәйәте татар” (“Татар хрестоматияһы”, 1859; 1870 й., 1895 й. яңынан нәшер ителә) йыйынтығында Урал‑Волга буйы төрки телендә ябай, канцелярия (эш ҡағыҙҙары) һәм фәнни (китап) стилдәрҙе айыра; төрки телдәрҙе сығатай, төрөк һәм татар төркөмдәренә бүлә; хрестоматияға ҡушымта рәүешендә ғәрәп, фарсы, төрөк, ҡаҙаҡ, татар һәм башҡорт һүҙҙәренән торған һүҙлек (4000‑гә яҡын лексик берәмек) нәшер итә.

Әҙәб.: Яйыҡбаев К.Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре: тарихи‑педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр. 1‑се кит. Өфө, 2003; Ҡунафин Ғ. Замандарҙың рухи балҡышы. Өфө, 2006.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке