КҮКҠУЯН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Күкҡуян а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 99 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1200 кеше; 1920 — 1353; 1939 — 1134; 1959 — 870; 1989 — 636; 2002 — 682; 2010 — 708 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 96 йортта 594 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет (1890 й. һәм 1981 й. төҙөлгән), бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. Ф.Ә.Мәҡсүтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке