КҮК УМЫРЗАЯ (Pulsatilla), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған һәм арктик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда К.у. һәм урал К.у. үҫә. Ҡыҫҡа, күп башлы, көслө, ҡара‑көрән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, төклө, бейеклеге 10—45 см. Тамыр яны япраҡтары һаплы, бармаҡ бүленешле, өс теленмәле, киң сегменттары бар, япраҡтағы тештәр һаны 10—30 (К.у.) һәм 30—80 (урал К.у.); һабаҡ япраҡтары ултырма, суҡлы, төбөндә ҡушылып үҫкән. Сәскәләре яңғыҙар, эре, урал К.у. — һары, К.у. — миләүшә төҫөндә. Апр.—майҙа сәскә ата. Емеше — сәтләүек, май—июндә өлгөрә. Ҡоро битләүҙәрҙә, ҡарағай урмандарында һәм уларҙың ситтәрендә респ. бөтә терр‑яһында тиерлек, урал К.у. Балаҡатай, Дыуан һәм Учалы р‑ндарында үҫә. Декоратив үҫемлектәр, ағыулы үҫемлектәр. Составында сапониндар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Урал К.у. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке